Ырғыҙ ҡыҙы Һәҙиә Дәүләтшина

Һәҙиә Дәүләтшина - башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары араһынан сыҡҡан күренекле яҙыусыларҙың береһе. Уның "Ырғыҙ" романы китап уҡыусыларҙың яратҡан баҫмаларына инә.

Яҙыусы "Ырғыҙ" романында тарихи әһәмиәткә бай булған ҙур дәүерҙе яҡтырта. Автор 1902-1922 йылдарҙағы башҡорт халҡының тормошон, революция йылдарында, Граждандар һуғышы осоронда иҙеүселәргә ҡаршы аяуһыҙ көрәшен, большевиктар партияһы етәкселегендәге тормошто күрһәтә.

"Үҙенең ижады һәм тормошо менән быуындарҙан быуындарға ҡалырҙай тиңһеҙ ҡаһарманлыҡ өлгөһө күрһәткән Һәҙиә Дәүләтшина - башҡорт әҙәбиәтенең һәм милләтенең оло ғорурлығы, халҡыбыҙҙың рухи көсөн, ҡеүәтен, яҡты талантын раҫлаусы күркәм шәхестәребеҙҙең береһе", - тип яҙа Рәшит Шәкүр китаптың баш һүҙендә.
17.01.2022

Возврат к списку