"Яуҙаштар һәм дандаштар"

Әхмәт Сөләймәновтың "Яуҙаштар һәм дандаштар" тип аталған китабында башҡорт фольклорында  1812 йылғы Ватан һуғышының сағылышы бирелгән. Был баҫмала ике быуат элек сәсәндәребеҙ, йыраусыларыбыҙ ижад итеп, изге йәдкәр сифатында беҙгә ҡалдырған ҡаһарманлыҡ, ватансылыҡ һәм халыҡтар дуҫлығы идеяһы менән һуғарылған әҫәрҙәргә байҡау яһала.

                   *   *   *

Иртәнсәккәй тороп, тышҡа сыҡһам -
Ишеккәйем алды бит кәрешкә.
Сабырлы ла - солтан, сабырһыҙ - шайтан,
Сабыр итеү кәрәк һәр эшкә...

                    *    *    *

Ҡыҙыл ғына менән Яйыҡ һыуы,
Салт аяҙ көн булмай, туңмай ҙа.
Беҙ китә лә, тип үк иламағыҙ,
Илаһағыҙ, юлым уңмай ҙа.

И. Йосопова.
29.09.2022

Возврат к списку