Яңы роман

Закир Әкбәровтың "Йылдар һәм юлдар" ("Еллар һәм юллар") романы татар телендә донъя күрҙе.

Сатирик әҫәрҙәре менән яҡшы таныш яҙыусы уҡыусыларына автобиографик характерҙағы романын тәҡдим итә. Үткән быуат аҙағынан бөгөнгө көнгә тиклемге араны сағылдырған ваҡиғалар үҙәгендә интеллигенция вәкилдәре яҙмышы тасуирлана.

Фәлсәфәүи уйланыуҙарға  сумырға, Ер йөҙөндә ғүмер итеүҙең матурлығын үҙең өсөн асырға, роман геройҙары йәшәгән осорҙағы һауаны тулыһынса тойорға була был романды уҡығанда.
24.08.2022

Возврат к списку