"Китап"та яңы китап:  Урал батыр. Башҡорт халыҡ әкиәте

"Китап"та яңы китап: Урал батыр. Башҡорт халыҡ әкиәте

     «Урал батыр» эпосының сәсмә версияһын 1956 йылда Силәбе өлкәһенең  Троицк ҡалаһында йәшәүсе Исмәғил Рәхмәтуллиндан Әхнәф Харисов яҙып алған. 2010 йылда Зәйнәб Биишева  исемендәге «Китап» нәшриәтендә өс телдә баҫылған «Башҡорт халыҡ ҡобайыры - иртәктәре» тип аталған китапҡа ул «Урал батыр» (сәсмә версияһы) исеме менән кергән.
     1990 йылдарҙа рәссам Ғәбдрафиҡ Мырҙашев был боронғо әҫәрҙе балалар өсөн  «Урал батыр» әкиәте итеп сығарыу теләге менән әҫәрҙәге хәл – ваҡиғаларҙы тасуирлап төҫлө һүрәттәр төшөргән.
     Башҡорттоң борон-борндан күңеленә, фиғеленә һалынған иң гүзәл сифатттарының береһе – халҡына  игелеклек күрһәтеүҙе данлаған был әҫәрҙе күҙ нурҙарын, күңел йылыһын һалып биҙәгән рәссам Ғәбдрафиҡ Мырҙашев үҙе лә ошо тиңһеҙ сифатҡа эйә. Сағыу рәсемдәр аша яуызлыҡ менән изгелек, үлем һәм үлемһеҙлек кеүек ҡапма-ҡаршылыҡ көрәшен балалар күңеленә барып етерлек итеп тасуирлай рәссам.
     Китап Башҡортостандың 100 йыллыҡ юбилейына арнала.
     Баҫма «Китап» нәшриәтенең фирма магазинына һатыуға сығарылды.
     Магазин адресы: Октябрь проспекты, 2; телефоныбыҙ: 8 (347) 246-09-55; Яңы китапты шулай уҡ сайтҡа заказ ҡалдырып та ала алаһығыҙ: http://www.kitap-ufa.ru

22.07.2019

Возврат к списку


Яндекс.Метрика