Тулҡынландырғыс ижад

Дилә Булгакова әҙәбиәт һөйөүселәр өсөн яҡшы таныш автор. Әҫәрҙәре ябайлығы, һәр кемдең йөрәгенә үтеп инерлек, өшөгән күңелде йылытырлыҡ, ҡатҡылдарын иретерлек, нескәләрен йыуатып, бәпләрлек булыуы менән ижадын яраттыра, йәшәү дәртен арттыра, алдағы үрҙәрҙе яулауға көс өҫтәй. Беҙҙең тормоштоң ни ҡәҙәре гүзәл, ғүмер итеү -  Хоҙай Тәғәләнең иң ҙур бүләге, кешеләрҙең бер-береһенә ҡарата йылы мөнәсәбәте - сауап, көн дә таң атып, ҡояш сығыуын күреү, ҡоштар һайрауын ишетеү, тәбиғәттең хозурлығын тойоп йәшәү - оло БӘХЕТ булыуын аңларға күҙҙәрҙе аса.

Дилә Булгакова менән аралашыу ИЗГЕЛЕК тигән төшөнсәнең һәр заманда ла мөһимлеген, МИҺЫРБАНЛЫЛЫҠТЫҢ бик тә кәрәклеген, ЯРАТЫУ тойғоһонан тыш Тыуған ил, ғөмүмән, КЕШЕЛЕК донъяһы йәшәү алмауын төшөндөрә. Изге фәрештәнең эргәлә генә ҡанат ҡағыуын һиҙеп тораһың. Яҡшылыҡҡа, мәрхәмәтлелеккә айырым иғтибар талап ителеүен тәрәндән аңлайһың.

Беҙҙең яратҡан "Китап" нәшриәттендә донъя күреп, авторҙың бына ғына "юртып киткән" яңы китабы "Аҡтояҡ" ("Актояк") тип атала. Ул татар телендә.

Баҫмала ҡыҫҡа хикәйәләр тупланған. Һәр әҫәре күләме яғынан йыйнаҡ, ә үҙ эсенә мөһим мәсьәләләрҙе, күп темаларҙы, йөкмәткеле ваҡиғаларҙы һыйҙырған. Һәр ижад емеше еңел уҡыла - мауыҡтыра, тулҡынландыра, уйландыра һәм уҡыусының күңеленә үтеп инеп, илата ла.

Дуҫтар! Был китап тураһында күп яҙырға була. Иң яҡшыһы - уның менән үҙегеҙгә танышыу. "Аҡтояҡ" һеҙҙе көтә!
04.09.2022

Возврат к списку