Төҫтәр һәм әкиәттәр иле

    Ниһайәт, илдәге һуңғы көсөргәнешле хәл-ваҡиғаларҙан һуң көтөп алған каникулдар һәм отпусктар мәле етте. Йәйге ялдары күңеллерәк һәм мауыҡтырғыс үтһен өсөн, мәктәп, мәктәпкәсә йәштәге балалар һәм уларҙың ата-әсәләре  өсөн  Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте башҡорт һәм рус телендә сыҡҡан буям-китаптар тәҡдим итә.

Кем булырға?: буям - Кем стать?: раскраска.

Был буям китабынан кескәйҙәр төрлө һөнәрҙәр тураһында белә ала.

Бәүелсәкле Аҡбуҙат. Динара Кәримова

Мауыҡтырғыс шиғырҙар, ҡыҙыҡлы һүрәттәр менән биҙәлгән китап кескәйҙәр күңеленә хуш килер тигән өмөттәбеҙ.

Әкиәттән  ҡунаҡтар - Гости из сказок

Был китапта кескәйҙәр әкиәт, риүәйәт геройҙары менән осрашасаҡ, уҡып мәғлүмәт аласаҡ, һүрәттәрҙе буяғанда төҫтәрҙе үҙҙәре һайлаясаҡ.

Ҡара, ни килеп сыҡты?-  Дорисуй и раскрась.

Был буям кескәйҙәргә төҫтәрҙе айырырға, ике телдә ижекләп уҡырға, һанарға өйрәнергә, бармаҡтар хәрәкәтен, фантазияны үҫтерергә ярҙам итәсәк.

Еңеү ҡоралы. Екатерина Савельева.

Мәктәпкәсә һәм кесе йәштәге  мәктәп балалары өсөн әҙәби-нәфис баҫма.

Был китаптарҙы беҙҙең фирма магазинынан һатып алырға мөмкин.

27.05.2020

Возврат к списку