Заһит Мурсиев. Солтанйәр. Роман. Татар телендә.

     Яҙыусы Заһит Мурсиев үҙенең  китабын Ҡариҙел районының һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарына бағышлай.  Ваҡиғалар республикала ғына түгел, дөйөм илдә барған сәйәси, ижтимағи, социаль, мәҙәни мәсьәләләр фонында бара. Йәмғиәттәге үҙгәрештәр менән кеше яҙмыштары үрелеп килә, сөнки шул йәмғиәт эсендә йәшәп,  унан ситтә ҡалып булмай һәм ошо фактор романға динамика, хәрәкәт, көсөргәнешлек  бирә. Нигеҙҙә, әҫәрҙә һуғыштан һуңғы йылдар тасуирланған.
     Романда  төрлө милләт вәкилдәре ҡатнаша. Шунлыҡтан әҫәрҙә халыҡтар дуҫлығы үҙәктә тора. Бынан тыш тәбиғәт менән кешенең берлеге үҙе бер лейтмотив итеп  тасуирланған. Тәбиғәт – кешенең тыуған бишеге, торған йорто, ашаған ашы, эскән һыуы, һулаған һауаһы. Әҫәрҙә был тема бер бөтөн итеп бирелә. Солтанйәр, Илмырҙа тауы, Вәғәҙәгөл дәфтәре, тығыҙ бәйләнештә булып, өстаған тәшкил итә. Шул тағандың өс аяғы ла иҫән икән, ул баҫып тора, йәғни кеше – бәхетле, ил – имен. Ҡураиш ауылы халҡы нәҡ бына шундай ҙур маҡсат ҡуя һәм ирешә. Романдың төп идеяһы ла шунда.
17.07.2019

Возврат к списку


Яндекс.Метрика