Шағир, журналист Рәмил Йәнбәктең тыуыуына 70 йыл

Рәмил Әхмәт улы Йәнбәков Күгәрсен районы Дауыт-Ҡайып ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетында уҡып йөрөгән саҡтан "Йәншишмә" гәзитендә эш башлай. Башта - хәбәрсе, унан - бүлек мөдире, артабан гәзиттең мөхәррире итеп тәғәйенләнә.
1992 йылдан беҙҙең нәшриәттә эшләй. Редакция мөдире, баш мөхәррир була. 1994 йылдың авгусында директор итеп тәғәйенләнә. Уның менән бер осор эшләгән нәшриәт хеҙмәткәрҙәре Рәмил Йәнбәкте һәр саҡ йылы һүҙҙәр менән хәтерләй. Һәр кемгә иғтибарлы, ғәҙел, йомарт һәм кешелекле булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алалар.

Артабан "Ватандаш", "Тамаша", "Ағиҙел" журналдарының баш мөхәррир урынбаҫары вазифаларын башҡара. Һуңынан "Сельские узоры" журналында эшләй.

Рәмил Йәнбәк мәктәптә уҡыған йылдарында уҡ яҙыша башлай. Шиғырҙары үҙенә генә хас булған моңландырыр, уйландырыр, ҡанатландырыр, ҡайһы саҡта һыҙландырыр көскә эйә. Хисле шағир һәр ваҡиғаны тәрәндән аңларлыҡ, кисерештәрҙе бар тулылығында тойорлоҡ итеп бирә...

Шағир - Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Шәһит Хоҙайбирҙин, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева, Бәләбәй районы хакимиәте булдырған Фәтих Кәрим исемендәге әҙәби премияларға лайыҡ була.

И. Йосопова.
10.08.2022

Возврат к списку