Шағир рухы онотолмай

Бөгөн билдәле шағир, журналист һәм тәржемәсе, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар берлеге ағзаһы, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы ағзаһы, Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты Дамир Шәрәфетдиновтың (Дамир Шәрәфи)  тыуыуына 55 йыл.
Дамир Молҡаман улы Шәрәфетдинов 1965 йылдың 29 майында Белорет районы Көмбә ауылында донъяға килгән. Башҡорт ауыл хужалығы институтын тамамлағандан һуң зоотехник вазифаһын башҡарған. Оҙаҡ йылдар  «Йәшлек» гәзитендә, «Аманат», «Ағиҙел», «Шоңҡар» , «Тамаша» журналдарында эшләй, тиҫтәләгән китаптар авторы.
Үкенескә күрә, талантлы журналисҡа 55–се ғүмер байрамын ҡаршыларға насип булмай -  2020 йылдың 21 февралендә мәңгелеккә күҙҙәрен йома.
Китап уҡыусылар иғтибарына шағирҙың «Көн башы һуҡмаҡтары» һәм «Төнгө усаҡ» китаптарын тәҡдим итәбеҙ. Уларҙы Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтенең магазиндарынан һатып алырға мөмкин.
29.05.2020

Возврат к списку