Шағир рухы мәңгелек

Шағир рухы мәңгелек

Бөгөн билдәле шағир, публицист һәм тәржемәсе Ғабдулла Туҡайҙың тыуыуына 134 йыл (1886- 1913). Мәктәп йылдарынан  беҙ уны "Туған тел", "Шүрәле", "Иҫемдә ҡалғандар" әҫәрҙәре аша белһәк, үҙенсәлекле ижады менән ул  башҡорт һәм татар әҙәбиәтендә үҙ урынын тапты.
Ниндәй генә халыҡтың әҙәбиәтен ҡарама, Туҡай кеүек тормошсан, һәр һүҙе менән заманына тамырланған шағирҙарҙы табыуы ҡыйын.

Ғүмере ни тиклем аяныслы һәм фажиғәле булмаһын, Туҡай - бәхетле яҙмышлы шағир. Ул ғүмере буйы туған халҡы өсөн янып йәшәне һәм үҙе тере саҡта уҡ иленең һөйөклө шағирына әйләнде.

2016 йылда  Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәтендә донъя күргән "Ашҡынамын мәңгелеккә" тип аталған китабында шағирҙың лирикаһы, поэмалары, балалар өсөн шиғырҙары тупланған. Был баҫма   әҙәбиәт һөйөүселәренең яратҡан китабына әйләнеп өлгөрҙө.
27.04.2020

Возврат к списку