Шағирә Гөлназ Ҡотоеваның яңы китабы донъя күрҙе

Шағирә Гөлназ Ҡотоеваның яңы китабы донъя күрҙе

З.Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәтендә 1000 дана тираж менән донъя күргән йыйынтыҡ "Ҡот тамғаһы" тип исемләнгән. Унда шағирәнең аҙаҡҡы йылдарҙа ижад иткән поэмалары, шиғырҙары тупланған.



Әҙибә беҙгә тәьҫораттары менән бүлеште:
- Китабымды ҡулға алып, һөйөнөп йөрөгән мәлем. Бөтә донъяға "теге" сир хәүефе янағанда минең ошо шатлығым яҡындарымдың, дуҫтарымдың, шиғриәт һөйөүселәрҙең күгендәге хәүефле болоттарҙы таратып ебәрҙе тиһәм һис тә арттырыу булмаҫ.
Бынан алдағы "Ҡырҡ сырағым" тигән китап бынан алты йыл элек баҫылып сыҡҡайны. "Ҡот тамғаһы"н нәшер иткән З.Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәтенә оло рәхмәтемде еткерәм. Шулай уҡ хәҙерге башҡорт әҙәбиәтен сағылдырған шағир-яһыусыларҙың китаптарын бушлай баҫып, уҡыусыларға еткерергә мөмкинлек биргән өсөн Башҡортостан Хөкүмәтенә лә сикһеҙ рәхмәтлемен.

Донъялар рәтләнгәс, гөрләтеп китаптың исем туйҙарын үткәрербеҙ әле, иҫән-һау булайыҡ.

"Йәшлек" гәзите сайтынан
16.04.2020

Возврат к списку