Шәп авторҙан шәп китап

  Ошо көндәрҙә шағир, яҙыусы Рамай Ҡаһир үҙенең алтмышынсы ҡышын ҡаршылай. Талантлы авторыбыҙҙы ошо ҙур юбилейы менән тәбрикләйбеҙ һәм уҡыусыларға уның балалар өсөн ижад ителгән “Балыҡсы итектәр” исемле матур ғына китабын тәҡдим итәбеҙ.

  Был китап менән кемдәр әле таныш түгел, тиҙерәк алып уҡырға кәңәш итәбеҙ. Матур-матур шиғырҙар, фәһемле һәм шәп хикәйәләр, күңел йылыһы менән һуғарылған бала саҡ хәтирәләре балаларҙы ғына түгел, өлкәндәрҙе лә битараф ҡалдырмаҫ. Китаптың һәр бите һәр әҫәргә ярашлы сағыу һүрәттәр менән биҙәлгән, уларҙың һәр береһендә тәрән мәғәнә ята.

  Баҫмала шулай уҡ башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадынан мәҡәл-әйтемдәрҙе, фразеологик берәмектәрҙе оҫта ҡулланған.

  Йыйынтыҡ китап магазиндарында һатыуҙа, тиҙерәк алып ҡалығыҙ!
20.01.2022

Возврат к списку