Рухи аҙыҡ кәрәк кешегә
Кешенең булмышы шулай, донъяны заман технологиялары, яңы мәғлүмәттәр ялмап алыуға ҡарамаҫтан, күңел һәр саҡ яңылыҡҡа, яҡшылыҡҡа ынтыла. Яңы гаджеттар, электрон баҫмалар ни хәтле сифатлы һәм яҡшы булмаһын, яратҡан әҫәрҙәрҙе туплаған ҡағыҙ китаптарҙы улар тулыһынса алмаштыра алмай.
Әҙәбиәт һөйөүсе дуҫтарыбыҙға сираттағы ҡыуаныслы хәбәрҙәрҙе еткерәбеҙ – оҙаҡламай Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә сираттағы авторҙарҙың өр-яңы әҫәрҙәре донъя күрәсәк:
Фәнис Сирбаев. “Дауыл”.
Шиғыр һәм поэмаларҙан торған был китапҡа йәшлек, мөхәббәт темаһы, хәҙистәргә таянып яҙылған әҫәрҙәре тупланған.
Мөнир Ҡунафин. “Шаҡмаҡ ҡояш”.
Талантлы прозаик, журналистың яңы китабына һуңғы йылдарҙа ижад иткән повесть һәм хикәйәләре индерелгән.
Тимер Ниәтшин. “Ваҡыт тирмәне”.
Шиғыр һәм поэмаларҙан торған был йыйынтыҡта милләт яҙмышы, авторҙың ер һәм телгә булған мөнәсәбәте сағыла.
Оҙаҡламай был йыйынтыҡтар һатыуға сығарыласаҡ һәм уларҙың һәр береһе үҙ уҡыусыларын табыр, тигән теләк-ышаныста ҡалабыҙ.

25.03.2021