Рәссамдың иң төп ижади ҡаҙанышы

     Фазлетдин Ислаховтың тыуыуына – 75 йыл.

    Хәҙерге мәктәп уҡыусылары, хатта балалар баҡсаһына йөрөгән кескәйҙәргә тиклем Башҡортостан Респуб­ликаһының дәүләт символдары – уның гербы, флагы, гимны менән яҡшы таныш, сөнки улар һәр уҡыу-уҡытыу, тәрбиә биреү учрежде­ние­һының түренән урын алған. Ә бына уларҙың авторҙары хаҡында нимә белә икән уҡыусылар? Бөгөнгө һүҙебеҙ – Башҡортостан Респуб­ликаһының дәүләт гербы авторы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Фазлетдин Фәррәх улы Ислахов хаҡында.

   Балаҡатай районының иҫ киткес матур тәбиғәт ҡосағында ултырған Монас ауылында 1944 йылда тыуа Фазлетдин. Мәктәптә уҡығанда уҡ бик оҫта итеп һүрәт төшөрөү һәләте асыла, шуға күрә уҡытыусылары уға стена гәзитен сығарыу эшен йөкмәтеп ҡуя. Урта мәктәптә һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа һигеҙ саҡрым алыҫлыҡта ятҡан күрше Яныбай ауылына йөрөп уҡырға тура килә. Мәктәпте тамамлағас, оҫта рәссам булараҡ танылып өлгөр­гән егетте шунда уҡ һыҙма һәм рәсем уҡытыусыһы итеп эшкә саҡыралар. Бер йыл мәктәптә эшләп, өҫ-башын бөтәйт­кәс, Өфө сәнғәт училищеһының художество-графика бүлегенә уҡырға инә, ул арала әрме сафында хеҙмәт итеп ҡайтырға ла өлгөрә.

    Сәнғәт училищеһын тамам­лағас, “Родина”, “Искра” кино­театр­ҙарында, унан һуң “Совет Баш­ҡортостаны” гәзитендә рәс­сам булып эшләй. Күпмелер ва­ҡыт­тан һуң, Ф. Ислаховты Баш­ҡортостан “Китап” нәшриәтенә биҙәүсе-рәссам итеп эшкә саҡыралар. Бында тиҫтә йылдар буйына ул етәкләгән бүлек китап биҙәү кеүек ҙур ижади көс талап иткән мәшәҡәтле эште уңышлы башҡара. Фазлетдин Фәррәх улы йөҙҙәрсә китапты биҙәп, уның ҡул йылыһы һеңгән һүрәттәр китап уҡыусыларҙың иғтибарын һәм һөйөүен яулай.

    Шулай ҙа Ф. Ислаховтың төп ижади ҡаҙанышы, моғайын, Баш­ҡортостан Республикаһы дәүләт гербының эскизын эшләү бул­ғандыр. Бөтәгеҙ ҙә белеүегеҙсә, гербтың үҙәгендә сығып килгән ҡояш фонында башҡорт халҡы­ның милли батыры, шағир-импровизатор Салауат Юлаевтың һәйкәле һынландырылған. Мәңге­лек тормош символы булған ҡояш, ҡурай сәскәһе тажы, өс төҫтәге республика флагы... Бында һәр деталь тәрән уйланылған. Уларҙың һәр яҡлап ҡусҡар биҙәк менән тирәсләнеүе лә гербҡа ҡабат­ланмаҫ милли колорит бирә. Был ҡусҡар орнамент борон-борондан бай, имен тормош символы һаналған.

    Һынлы сәнғәт өлкәһендәге ҡа­ҙа­ныштары өсөн “Башҡортос­тан­дың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙ­мәткәре” тигән маҡтаулы исем­гә лайыҡ булған талантлы рәссам хаҡлы ялға сыҡҡас, тыуған яҡтарына ҡайта һәм йәмәғәтселек эштәрендә әүҙем ҡатнаша. 2016 йылда тыуған ауылында вафат була. Уның ижады беҙҙең йөрәктәрҙә йәшәүен дауам итә.

Онотолмаҫ

                                                                                                                       Рәссам Фазлетдин Ислаховтың яҡты иҫтәлегенә.

Етмеш төрлө һөнәр аҙ тиһәң дә,

Рәссамлыҡта астың үҙеңде.

Тормош күпме ҡағып-һуҡҡанда ла,

Еңеүеңә килдең түҙемле.

Күҙ нурыңдан балҡып китап тыуҙы,

Даның сыҡты – китап биҙәүсе.

Яҙмышыңа рәссам яҙылғандыр –

Ижад булды юлдаш-әйҙәүсең.

Аллаһыбыҙ биргән ғүмереңде

Сыраҡ итеп ғәмле яндырҙың.

Һин үҙеңдән беҙгә, йәдкәр итеп,

Башҡортостан Гербын ҡалдырҙың.

Күҙ нурҙарың һеңгән шул гербтан

Алтын нурҙар ергә тарала,

Ил тамғаһы яҡтыһынан әлдә

Күңелдәрҙә өмөт ярала.

Ошо билдә менән Республикам

 Йәшәр имен, ерҙә юғалмаҫ.

Ил йәшәгән саҡта

Исемең дә Онотолмаҫ,

Ваҡыт йыуалмаҫ!

                                                                                                                      (Ҡәҙим АРАЛБАЙ,  Башҡортостандың халыҡ шағиры)

Автор: Ғәҙилә БҮЛӘКОВА, М. Ғафури мемориаль йорт-музейының мөдире, филология фәндәре кандидаты

https://bash.rbsmi.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/r-ssamdy-i-t-p-izhadi-a-anyshy/



17.06.2019

Возврат к списку


Яндекс.Метрика