Ошо көндәрҙә
Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, РФ-ның һәм БР-ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Абдулхаҡ Игебаевтың "Әҫәрҙәр" исемле йыйынтығы нәшер ителә. Был баҫмаға авторҙың поэмалары, ҡобайырҙары, бағышлауҙары тупланды.
Күренекле шағир, прозаик, драматург Риф Тойғондоң башҡорт һәм рус телдәрендәге "Йөрәктә мөхәббәт = В сердце любовь" тип аталған китабы ла үҙ уҡыусыһын табыр. Йыйынтыҡҡа авторҙың шиғырҙары, поэмалары, хәтирәләре, шулай уҡ шағирҙың ижады, тормошо хаҡында ҡәләмдәштәренең мәҡәләләре
һәм уға арналған шиғырҙар индерелде.

12.11.2021