"Оҙон-оҙаҡ бала саҡ" - "Долгое-долгое детство"

Мостай Кәримдең "Оҙон-оҙаҡ бала саҡ" повесы башҡорт һәм рус телдәрендә нәшер ителде.

Увидела свет повесть Мустая Карима "Долгое-долгое детство" на русском и башкирском языках.

...Яланда шартлауҙар һүнде. Күк йөҙө баяғыса тоноҡ, аяҙ. Ерҙә тын ҡурырлыҡ тынлыҡ. Хатта ҡурҡыныс.
Ҡапыл йән тетрәткес ғазаплы, әрнеүле бер тауыш минең ҡолағыма, юҡ, ҡолағым аша йөрәгемә бәреп инде. Был ыңғырашыу ҙа, илау ҙа, ялбарыу ҙа түгел ине. Бындай ауазды ғүмеремдә беренсе тапҡыр ишеттем. Мин, һағайып, тауыштың ҡабатланыуын көттөм. Оҙаҡ көттөм. Ул ҡабатланманы, әммә минең күңелемә ғүмерлеккә һеңеп ҡалды. Тимәк, яу ҡырында кемдер берәү аҡтыҡҡы һулышын алды, күкрәгендә ҡалған һуңғы ауазды донъяға шулай һығып сығарҙы.
Нәҡ шул ваҡыт минең аңымда, минең хәтеремдә унарлаған бүтән өндәр ҡабаттан терелеп, яңғырай башланы. Былары инде - яңы тыуған сабыйҙарҙың йыһан киңлектәренә осорған беренсе ауаздары. Бала сағымда мин уларҙы күп ишеттем...

Минең Оло инәйемде - "кендек әбейе", ә үҙемде "кендек бабайы" тип йөрөтәләр. Мин бәләкәймен әле. Оло инәйемдең камзул кеҫәһенә буйым саҡ- саҡ етә... Торғаны менән хазина инде ул кеҫә - бөтмәҫ- төкәнмәҫ хазина...

Беҙ Түбән ос Ҡара Йомағолдарға китеп барабыҙ. Уның бисәһе бәпескә сирләгән....

- Шул баланы гел үҙеңә эйәртеп йөрөтмәһәң булмаймы, көндәшем? - тине бая Кесе инәйем.
- Юҡ, Вазифа, шул сабый яҡын-тирәмдә булһа, ҡатындар еңелерәк бәпесләй һымаҡ.
- Инде... - Кесе инәйем сәйер генә көлөп ҡуйҙы. - Шул тиклем дә сихырлар икән берәүҙе берәү.
- Ирем киҫәге - итем киҫәге. Бар сихыры шунда...

Китап нәшриәттең фирма магазинында һатыуҙа. Килегеҙ!

Книга у нас в магазине. Приходите!
26.07.2022

Возврат к списку