Матур  традиция онотолмай

Матур традиция онотолмай


Бөгөн,йәғни 23 апрель көнө бөтә донъя Халыҡ-ара китап һәм авторлыҡ  хоҡуғын һаҡлау көнө билдәләнә. Мәғлүм булыуынса, был дата мәғрифәтте, донъя халыҡтары әҙәбиәтен һәм мәҙәниәтен уларың традицияларын һаҡлау һәм  үҫтереү маҡсатында, 1996 йылдан билдәләнә. Китаптар беҙгә белем биреп кенә ҡалмай, рухи, әхлаҡи һәм  ижади яҡтан  үҫтерә, күп төрлө мәғлүмәт алыу мөмкинлектәрен дә аса.
Башҡорт халҡында ла борон - борондан  белем алыу, мәғлүмәтле булыу юғары баһаланған. Быуындан - быуынға  китаптарға  бәйле әйтем һәм мәҡәлдәр, тапҡыр, аҡыллы  һүҙҙәр  бөгөнгәсә киң ҡулланылып килгән.
Был көндә, ғәҙәттә төрлө илдәрҙә китап күргәҙмәләре, белем һәм мәҙәни усаҡтарында төрлө саралар, әҙәби уҡыуҙар үткәрелә. Быйылғы эпидемия ваҡытында улар онлайн алып барыла. Ошо йоланы дауам итеп, уҡыусыларыбыҙ өсөн бер нисә һорау биреп үтмәксебеҙ. Һорауҙарға яуаптарҙы социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәребеҙгә инеп ("Вконтакте", "Инстаграм" һәм "Фейсбук") бирә алаһығыҙ.
23.04.2020

Возврат к списку