
Мәжит Ғафури әҫәрҙәре
Уҡыусыларҙың һорауы буйынса, нәшриәтебеҙҙә донъя күргән классик әҙәбиәт менән дә таныштырып үтәбеҙ. Бөгөн башҡорт әҙәбиәтенә нигеҙ һалыусы халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тыуыуына 140 йыл тулыу айҡанлы нәшер ителгән "Фәҡирлектә үткән тереклек" исемле китабын тәҡдим итәбеҙ.
Бында шағирҙың уҡыусылар тарафынан ихлас ҡабул ителгән, үткән быуат башҡорттары тормошон һүрәтләгән "Ҡара йөҙҙәр", "Шағирҙың алтын приискыһында", "Фәҡирлектә үткән тереклек", "Аслыҡ йыл йәки һатлыҡ ҡыҙ", "Ярлылар йәки өйҙәш ҡатын", "Заятүләк менән Һыуһылыу" кеүек хикәйә һәм повестары тупланды.
Китапты нәшриәт магазиндарынан, сайт аша һатып алырға мөмкин.
17.02.2022