Мәктәп уҡыусыларында ҡунаҡта

    Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте Республиканың  100 йыллығына арнап балалар  өсөн сығарылған китаптар презентацияһын үткәрҙе. Ф.Х. Мостафина исемендәге 20-се Өфө башҡорт гимназияһында   уҙған был сарала нәшриәт хеҙмәткәрҙәре башланғыс синыф уҡыусыларын “Урал батыр” эпосының рус теленә сәсмә тәржемәһе һәм башҡорт телендә сыҡҡан әкиәти варианты, башҡортса һәм русса баҫылған “Әкиәт иленә сәйәхәт”, “Путешествие в страну сказок” китаптары менән таныштырҙы. Уҡыусылар менән осрашыуға фольклорсы ғалимә Фәнүзә Нәҙершина, яҙыусы һәм тәржемәсе Айҙар Хөсәйенов, рәссам Салауат Ғиләжетдинов та килгәйне. Балалар уларҙың “Урал батыр” эпосы һәм башҡорт халыҡ әкиәттәре тураһында сығыштарын ҡыҙыҡһынып тыңланы, әңгәмәлә ихлас ҡатнашты. Осрашыу “Һаумы, һаумы, әкиәт” һәм “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү буйынса Республика һәм Өфө ҡалаһы буйынса конкурстарҙа призлы урындар яулаған гимназия уҡыусыларының сығышы менән тамамланды.
________________________________
19 сентября 2019 года Башкирское издательство «Китап» имени З. Биишевой провело презентацию детских книг, приуроченную к 100 летию Республики Башкортостан. На мероприятии, прошедшем в Уфимской городской башкирской гимназии №20 имени Ф. Мустафиной, сотрудники издательства «Китап» представили учащимся начальных классов вышедший на башкирском языке  сказочный вариант   эпоса «Урал-батыр»,  перевод на русский язык этого эпоса в прозаическом переложении Айдара Хусаинова, а также книги «Путешествие в страну сказок», изданные отдельно на башкирском и русском языках [в конце октября в издательстве вышла также английская версия этого сборника сказок]. На встречу с читателями пришли ученый-фольклорист, доктор филологических наук, почетный член Академии наук Республики Башкортостан Фануза Надршина, писатель и переводчик Айдар Хусаинов, художник Салават Гилязетдинов. Дети с интересом слушали их выступления об эпосе «Урал-батыр» и башкирских народных сказках, приняли активное участие в обсуждении книг.
Встреча завершилась выступлением учащихся гимназии ¬¬¬– призеров Республиканских конкурсов «Здравствуй, сказка» и исполнителей эпоса «Урал-батыр».


20.09.2019

Возврат к списку


Яндекс.Метрика