Мөхәббәттә ярлыҡау юҡ

Мөхәббәттә ярлыҡау юҡ
Йәшәлгән ғүмерҙең ниндәй миҙгеле һәм дәүере булыуға ҡарамаҫтан, мөхәббәт төшөнсәһе йәшәгән һәм йәшәп килә.
Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап" нәшриәтендә был темаға билдәле яҙыусылар һәм йәш ҡәләм тибрәтеүселәрҙең  әленән - әле әҫәрҙәре  баҫтырылып, китап уҡыусылар  араһында үҙ урындарын ала килә.
Күптән түгел  нәшриәттә татар яҙыусыһы Сәғиҙулла Хафизовтың "Мөхәббәттә ярлыҡау юҡ" исеме аҫтында яңы китабы донъя күрҙе.
Авторҙың  киң ҡоласлы проза әҫәрҙәрендә отошло сюжет-композиция саралары, сәнғәтсә шартлылыҡ алымдары ярҙамында ил-көндә барған кире ваҡиғалар, үҙгәрештәр тәъҫирендә ҡатлауланып киткән кеше яҙмыштары тасуирлана. Холоҡ-фиғелдәре,  йәшәү тороштары һәм баштарына әле төшкән ғәм-кисерештәре менән төрлө-төрлө булһалар ҙа, улар ата-бабаларынан күсеп килгән рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе һаҡлап көн күреүҙәре, ысын мөюәббәткә тоғро ҡалып һәм күңел сафлығына ынтылып йәшәүҙәре менән һоҡланыу уяталар.
Был китапты  беҙҙең фирма магазинынан һатып алырға мөмкин.
12.05.2020

Возврат к списку