Хөрмәтле дуҫтарыбыҙ!

Бөгөнгө көндә байтаҡ телдәргә тәржемә ителгән данлыҡлы «Бөйрәкәй» романын уҡырға тәҡдим итәбеҙ. Таңсулпан Ғарипова үҙенең әҫәрҙәрендә юғары әхлаҡи ҡиммәттәрҙең өҫтөнлөгөн раҫлай. Ошо романын ул ете йыл дауамында ижад итә. Пенталогияла яҙыусы халҡыбыҙҙың аҫыл аҡылын, изгелек һәм яуызлыҡтың мәңгелек көрәшен, күп яҡлы һәм ҡатмарлы образдарҙы, кешелек мәсьәләләрен сағылдырыу аша йөҙ йыллыҡ тарихыбыҙҙы күҙ алдына баҫтыра. Был әҫәрҙә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының иҫтә ҡалырлыҡ, сағыу образдары тыуҙырыла.

"Бөйрәкәй" романы һәр саҡ китап уҡыусыларҙың иғтибар үҙәгендә. Уның ни өсөн популяр булыуын белгегеҙ килһә, уҡып ҡарағыҙ. Роман тәрән уйланыуҙар аша тормоштоң асылына төшөнөргә, килеп тыуған ҡаршылыҡтарҙы артыҡ ауырһынмай үтеп сығырға һәм, әлбиттә, ҡыуаныслы мәлдәрҙең ҡәҙерен белергә йүнәлеш бирер.
09.01.2022

Возврат к списку