Каникулдарҙы файҙа менән

Ниһайәт, барлыҡ уҡыусыларҙың көтөп алған оҙайлы каникулдары етте. Йәйге ялдарын, ғәҙәттә, һәр бала үҙенсә файҙалы һәм иҫтә ҡалырлыҡ итеп үткәрергә тырыша.
Бәләкәс китап яратыусыларыбыҙ һәм уларҙың ата-әсәләре  өсөн  Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап»  нәшриәте түбәндәге китаптарҙы  тәҡдим итә. Уларҙағы мауыҡтырғыс хикәйәләр, шиғырҙар, әкиәттәр һәм йырҙар  һеҙҙең иғтибарығыҙға, йәш дуҫтарыбыҙ.  
Динә Талхина. Япраҡ йәшергән сер.
Ғүмерен кескәйҙәрҙе китаплы итеүгә арнаған Динә Талхина үҙе лә балалар өсөн ижад итте. Был китапты уҡып, мөғжизәле әкиәт иленә сәйәхәт итерһегеҙ. Хаҡы 70 һум.
Земфира Аҡбутина. Иҙел ҡыҙы.
Яҙыусы, педагог һәм журналист Земфира Аҡбутинаның был китабы дүрт бүлектән тора. Йыйынтыҡта иң бәләкәстәргә тәғәйенләнгән, шулай уҡ алфавиттағы һәр хәрефкә, мәктәп йәшендәгеләр өсөн шиғырҙар, балалар һөйләүе, әкиәт, хикмәтле хикәйәләр менән бергә, мөғжизәле бала саҡ илен сағылдырған повесть та урын алды. Хаҡы 60 һум.
Фәнүзә Биктимерова. Мин бит әле бәләкәс. Светлана Васикова. Ҡолаҡлы сәғәтебеҙ. Фәйрүзә Кинйәбаева. Нәҫел ебе-шәжәрәм. Сәфинә Хәкимова. Гөлгөнәнең гөлдәре.
Был китапҡа балар өсөн ижад итеүсе авторҙарҙың шиғырҙары тупланды. Был – Фәнүзә Биктимерованың – өсөнсө, ә Светлана Васикова, Фәйрүзә Кинйәбаева, Сәфинә Хәкимоваларҙың тәүге китабы. Хаҡы 80 һум.
Булат Рафиҡов. Урал илендә.
Был китапта күренекле яҙыусының тылсымлы һүҙҙәр донъяһын байҡарһығыҙ, әкиәттәр илен гиҙерһегеҙ, йорт-еребеҙҙең гүзәллегенә, тәбиғәтебеҙҙең йәменә тағы ла нығыраҡ ғашиҡ булырһығыҙ. Мәймүн менән Филекәстең мажаралы сәйәхәте тураһында уҡып белерһегеҙ. Хаҡы 90 һум.
Фәнис Янышев. Аждаһа.
Башҡортостандың күренекле яҙыусыһы Фәнис Янышев был китабында башҡорт һәм рус телендә урман-болондарҙа үҫкән үлән-сәскәләр, ағастар, төрлө-төрлө йәнлектәр, ҡоштар, бөжәктәр донъяһына мауыҡтырғыс сәйәхәт тәҡдим итә.
Әҫәрҙе рус теленә автор тәржемә иткән. Хаҡы 110 һум.
Әсхәл Әхмәт-Хужа. Йөрәккә йөрәк тоташа.
Республикабыҙҙың Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы лауреаты, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың  мәғариф отличнигы, Халыҡтар дуҫлығы ордены  кавалеры шағир Әсхәл Әхмәт-Хужаның был китабына концерт залдарында, радиола, телевидениела йыш яңғыраған романстары, һәм көндәлек тормошта – клуб сәхнәләрендә, мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында ололар ҙа, кеселәр ҙә яратып башҡарған йырҙары һәм романстары тупланды. Хаҡы 80 һум.
Был китаптарҙы беҙҙең магазиндырҙан һатып алырға мөмкин.
03.06.2020

Возврат к списку