Йәйге каникул - китаптар донъяһында

Бәләкәс китап уҡыусыларыбыҙ иғтибарына #балаларға_каникулдарҙа_детям_на_каникулы серияһы буйынса  башланған  рубрикабыҙҙы дауам итәбеҙ.

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтенең балалар әҙәбиәте редакцияһында төрлө йәштәге балалар өсөн башҡорт, рус, татар һәм башҡа телдәрҙә баҫмалар даими донъя күрә һәм үҙ уҡыусыларын таба килә.
Бөгөн иғтибарығыҙға түбәндәге китаптарҙы тәҡдим итәбеҙ:

Тылсымлы әкиәттәр = Волшебные сказки.
Был китапҡа башҡорт һәм рус телдәрендә (тәржемә) тылсымлы әкиәттәр тупланды.  Әкиәттәрҙә башлыса изгелек менән яуызлыҡ, яҡшылыҡ менән яманлыҡ күренештәре һүрәтләнә.
Әкиәт геройҙары юлдарында ниндәй генә ҡаршылыҡтарға, ауырлыҡтарға дусар ителһәләр ҙә юғалып ҡалмайҙар, үҙҙәренең аҡыллы, зирәк, ғәҙел, тәүәккәл булыуҙары арҡаһында бәлә-ҡазаларҙы еңеп сығалар, теләктәренә ирешәләр.
Йыйынтыҡ кесе йәштәге балалар һәм үҫмерҙәр өсөн һәйбәт бүләк булыр.

Тәскирә Даянова. Ағинәй юлы.
Авторҙың халыҡсан бай теле менән яҙылған һәр әҫәре уҡымлы.  Изгелек менән яуызлыҡ, эскерһеҙлек менән мәкер, заман проблемаһы -  әхлаҡһыҙлыҡ  кеүек мәңгелек темаларҙы  әҙибә тормошсан образдар аша бөтә нескәлектәрендә һүрәтләй, уҡыусыны уйландырырға, һығымталар яһарға мәжбүр итә.

Зөһрә Үтәғолова. Йәнле мунсаҡ.
Авторҙың ижадында аҡыллы, зирәк, саф күңелле, бер ҡатлы геройҙарҙың тормошҡа  яңы аяҡ  баҫып килгәндә кисергән уй-хистәре, ғәжәпләнеүҙәре,  һөйөнөс-шатлыҡтары сағыла, тәбиғәт күренештәре, үҫемлектәр, ҡоштар донъяһы  йәнле образдар аша һүрәтләнә.

Миңлегөл Тайсина. Ҡыуаныс.
Йәш шағирәнең был китабында ғаилә, бала саҡ, зирәк һәм күҙәтеүсән кескәйҙәрҙең  тормош күренештәрен, мажараларын, уй-хистәрен сағылдырған шиғырҙары тупланды.

Был китаптар беҙҙең магазиндарҙа йыл әйләнәһенә һатыуҙа.
06.07.2020

Возврат к списку