Көньяҡ Урал китап һатыу йәрминкәһенең өсөнсө көнө

Китап күргәҙмәһенә Силәбе өлкәһенең "Башҡорт Ҡоролтайы" йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре лә килде. Ҡоролтай Силәбе ҡалаһында башҡорт телен уҡытыу курстары ойошторған. "Башҡорт Ҡоролтайы" башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Амур Ғәбиҙулла улы Хәбибуллин, башҡорт телен уҡытыу курстарын алып барыусы Идәлиә Ғилмийән ҡыҙы Һөйөндөкова, ошо ойошманың проект бүлеге менеджеры Полина Вячеславовна Хлебникова беҙҙең баҫма продукцияның һәр береһе менән ҡыҙыҡһынып, улар араһынан туған телде өйрәнеү өсөн кәрәкле китаптарҙы һайлап алды.

Силәбе ҡалаһы "Башҡорт ҡоролтайы"ның башҡорт телен һаҡлап ҡалыу, уны уҡытыу өсөн һалған тырышлығы оло баһаға лайыҡ. Башҡорт телен өйрәнергә теләүселәр күп унда. Уңыштар теләйһе генә ҡала.

Автор: Илзидә Йосопова.

23.09.2022

Возврат к списку