Көньяҡ Урал китап һатыу йәрминкәһендә

Икенсе көндө лә төрлө майҙансыҡтарҙа авторҙар менән ҡыҙыҡлы осрашыу-әңгәмәләр, автограф-сессиялар барҙы.

Ә беҙҙең күргәҙмәгә килгән дуҫтарыбыҙҙың күп булыуы шатлыҡлы. Бер-береһенән ишетеп тә, интернет яңылыҡтары аша белеп тә яңы баҫмалар менән танышырға теләгән китап уҡырға яратыусылар - яңы таныштарыбыҙ барлыҡҡа килде.

Айырыуса тарих, мәҙәниәт, телде өйрәнеү өсөн әсбаптар ҡыҙыҡһындыра силәбеләрҙе. "Китап" нәшриәтендә донъя күргән барлыҡ баҫмалар менән яҡшы таныш улар. Беҙҙең яңылыҡтарҙы күҙәтеп баралар икән.

Һөйөндөрҙөгөҙ!!!

Автор: Илзидә Йосопова.
23.09.2022

Возврат к списку