Изге айҙа - изге ғәмәлдәр

Кисә, 23 апрель кисендә изге Рамаҙан айына аяҡ баҫтыҡ. Мосолман халҡы был айҙы изге эштәр менән, хәйер-саҙаҡалар таратып, Ҡөрьән уҡып, Аллаһы Тәғәләне иҫкә алып һәм дә ураҙа тотоп үткәрергә тейеш.

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәте уҡыусылары һәм дин ҡәрҙәштәргә төрлө дини китаптар менән бер рәттән

"Башҡортса дини календарь" ҙың 2020 йылға тәғәйенләнгән яңы баҫмаһын тәҡдим итә. Календарь халҡыбыҙҙың һәм Исламдың әхлаҡи ҡиммәттәре, дини хөкөмдәре, иман нигеҙҙәре, йолалар һәм ғөрөф-ғәҙәттәр менән таныштырыу маҡсатынан сығып эшләнде.
Был баҫма һәр мосолмандың төп уҡыу ҡулланмаларының береһе булараҡ файҙаланылырға тейеш.

Мосолмандарҙың иң изге китабы ул – Ҡөрьән Кәрим. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм әйткән: «Аллаһы Тәғәләнең китабы Ҡөрьән Кәримгә тотоноғоҙ. Унда һеҙҙән алда үткән өммәттәрҙең тарихы, арағыҙҙа булған мөнәсәбәттәрҙең ғәҙел хөкөмө бар. Ул – етди ҡанун, унда һис бер иғтибарһыҙ ҡалдырыла торған хөкөм юҡ.Ҡөрьәндән башҡа юл эҙләүселәр аҙашырҙар. Ул – Ҡөрьән Кәрим – Аллаһы Тәғәләнең ныҡ ебе. Унан ғалимдар тайпылмаҫ. Ҡөрьән Кәримдең ғәжәйеп мөғжизәләре һис бер ваҡыт бөтмәҫ», - тине.

Ошо изге Китап һәр бер өйҙә көн дә уҡыла торған Китап булһын!

Изге ай мөбәрәк булһын, уның һәр көнөн изге эштәр һәм ниәттәр менән үткәрәйек.

Был баҫмаларҙы заказ менән алдырырға мөмкин. Белешмәләр өсөн телефон: +7 (347) 246-09-55.
24.04.2020

Возврат к списку