"Икебеҙ өсөн дә яраттым"

Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева - бөгөнгө көндә популяр авторҙарҙың береһе. Уның ижады халыҡсан, ябай, ихлас булыуы, шул уҡ ваҡытта көнүҙәк мәсьәләләрҙе, һәр китап уҡыусыға яҡшы таныш темаларҙы йөрәктәргә үтеп инерлек итеп асыуы, ҡәҙимге тормоштағы ваҡиғаларҙы кинокартина рәүешендә күҙ алдында килтереүе менән әҙәбиәт һөйөүселәрҙе хайран ҡалдыра. Иң нескә ҡылдарҙы тартып, кешенең башҡалар алдында асылмай торған тойғоларын тышҡа сығара.

Шатландыра, моңландыра, уйландыра, яраттыра, һыҙландыра, илата...

Ҡәләм оҫтаһының "Икебеҙ өсөн дә яраттым" исемле баҫмаһына "Яҙҙан көҙгә тиклем" исемле повесы һәм хикәйәләре индерелде.
06.09.2022

Возврат к списку