Балаларға китап

Балаларға китап

    Рәшит Сабиттың «Ярҙамсы» китабындағы шиғырҙар һәм шиғри әкиәттәр кескәйҙәр күңеленә хуш килер. Баҫмала ябай, аңлайышлы телдә һөнәрҙәр тураһында мәғлүмәт бирелә, балаларҙа хеҙмәткә ҡарата ҡыҙыҡһыныу һәм ихтирам тәрбиәләнә, белем алыуҙың әһәмиәте күрһәтелә. Китаптағы һүрәттәр йәш уҡыусыларҙың иғтибарын йәлеп итеп, уларҙың буш ваҡытын мауыҡтырғыс һәм файҙалы итеп үткәрергә ярҙам итә.

    Кесе һәм урта йәштәге мәктәп балаларына тәғәйенләнә.

    Баҫманы «Китап» нәшриәтенең фирма магазинынан (Октябрь проспекты, 2) йәки сайтынан һатып алырға мөмкин. Белешмә өсөн телефон: (347) 246-09-55.

27.09.2016

Возврат к списку