Азатлыҡ йырсыһы

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте уҡыусыларына башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир Шәйехзада Бабичтың күптән түгел донъя күргән «Ал да сәс нур халҡыңа» исемле шиғырҙар  китабын тәҡдим итә.
Бөйөк башҡорт шағиры Шәйехзада Бабичтың (1895-1919) тыуыуына 125 йыл тулыу айҡанлы нәшер ителгән был китапҡа киң ҡатлам уҡыусылар яратып уҡыған шиғырҙары һәм поэмалары тупланды.
Китап тел һәм әҙәбиәт белгестәре, уҡытыусылар, педагогтар, филология факультеты студенттары һәм әҙәбиәт һөйөүселәр өсөн тәғәйенләнгән.
01.06.2020

Возврат к списку