Автограф көнө үтте

Автограф көнө үтте

    Бөгөн, 20 декабрь көнө, Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә яңы сыҡҡан китап авторҙары ҡатнашлығында Автограф көнө үтте. Осрашыуға «Бер кәмәлә» китабы авторы Әмир Әминев, «Тәҡдир» китабы авторы Ғарифулла Яппаров, «Лауреаты премии имени Шагита Худайбердина» китабы төҙөүселәренең береһе Фәнил Ҡоҙаҡаев саҡырылды.


  

    Сара сатлама һыуыҡтар тороуға ҡарамаҫтан, байтаҡ халыҡты йыйҙы. Хәйер, Башҡорт дәүләт аграр университеты доценты, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты Булат Салауат улы Мырҙабулатов башҡарыуында осрашыу башында яңғыраған ҡурай моңо күңелдәрҙе йылытып, әҙәбиәт, ижад донъяһына әйҙәне.



   Тәүге һүҙҙе нәшриәттең баш мөхәррире Зөлфиә Шәрифйән ҡыҙы Ҡарабаева «Лауреаты премии имени Шагита Худайбердина» китабы төҙөүселәренең береһе, БР Журналистар союзы рәйесе урынбаҫары Фәнил Ҡоҙаҡаевҡа бирҙе. Фәнил Шәмсетдин улы китап яҙылыу тарихына туҡталып, премия лауреаттары тураһында материал туплау эшен башлап ебәргән, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең аранан иртә киткән Ризуан Зәкирхан улы Хажиевты иҫкә алды. Ул был китапта «журналистиканың иң сағыу авторҙары, иң абруйлы журналистар» исемлеге тупланған, тип билдәләне. Шуға күрә премияның бәҫен тағы ла арттырыр өсөн лауреат исемен биреүгә ҡатыраҡ талаптар ҡуйыу зарур тигән фекер белдерҙе. Фәнил Шәмсетдин улы әйтеүенсә, китаптың күренекле дәүләт эшмәкәре, журналист, публицист Шәһит Хоҙайбирҙиндың тыуыуына 120 йыл тулыу айҡанлы нәшер ителеүе бик ҡыуаныслы ваҡиға.   


   Билдәле прозаик, тәржемәсе Әмир Мөхәмәт улы Әминев Автограф көнөндә тәүге тапҡыр ҡатнашыуын әйтеп, саҡырылған авторҙар исемлегендә булыуына ҡыуанысын белдерҙе. Үҙенең киләһе ижад емеше «Бер кәмәлә» китабындағы повестарҙың – 4-һе, хикәйәләрҙең 3-һө яңы (йәғни быға тиклем баҫылып сыҡмаған) булыуын иҫәпкә алғанда, был баҫманы яңы ижад тип ҡабул итергә нигеҙ бар тине. Әҙип сығышын «яҙыусыны күреүгә ҡарағанда, уның китабын алып уҡыу йөҙ тапҡыр артығыраҡ» тигән йор фекер менән тамамланы.


   Артабан БР һәм РФ Яҙыусылар союзы ағзаһы, ауыл хужалығы фәндәре докторы, профессор, Рәсәй тәбиғи фәндәр академияһы академигы, йәш автор Ғарифулла Хәбибулла улы Яппаров үҙенең ижадҡа тотоноу тарихын бәйән итте. Быға тиклем авторҙың төрлө йүнәлештәге 8 китабы донъя күргән. Ғарифулла Хәбибулла улының «Күңелемдә ауыл тарихы» исемле тәүге китабы әсәһенә тыуған ауылы тарихын яҙырға ярҙам итеү теләгенән башланып, башҡа китаптарын яҙыуға этәргес биргән. «Тәҡдир» китабы – авторҙың үҙен нәфис әҙәбиәт өлкәһендә һынап ҡарау теләгенән тыуған ижад емеше. Әҫәрҙәр ысын ваҡиғаларға нигеҙләнеп ижад ителеүе менән фәһемле. 


    Осрашыуға авторҙарҙың ижадташ дуҫтары: Рәсүл Сәғитов, Рәлис Ураҙғолов, Ниязбай Сәлимов, Сәлимйән Бәҙретдинов, Марсель Сәлимов, Сабир Шәрипов, шулай уҡ КПРФ-тың Башҡортостан бүлексәһенең беренсе секретары Юнир Ҡотлоғужин да килде. Улар яңы сыҡҡан китаптарға юғары баһа биреп, авторҙарға ижади уңыштар теләне.


  

   

   Кисәне «Китап» нәшриәте директоры Илһам Миңлеғәли улы Йәндәүләтов йомғаҡланы. Ул килгән авторҙарға рәхмәт әйтеп, киләсәктә лә ошондай китаптар сығыр, тигән ышанысын белдерҙе.


20.12.2016

Возврат к списку


Яндекс.Метрика