Афарин!

Ҡариҙел районында "Журфест- медиапатриот" журналистар фестивалендә Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәтенән вәкилдәр ҡатнашты.

Матур сарала нәшриәтебеҙҙә оҙаҡ йылдар дауамында эшләгән хеҙмәткәрҙәребеҙгә лайыҡлы наградалар тапшырылды.

"Нәфис әҙәбиәт бүлеге" мөдире Эльвира Әсхәт ҡыҙы Яҡуповаға һәм "Дәреслектәр һәм уҡыу ҡулланмалары" редакцияһының мөхәррире Венера Урал ҡыҙы Сафинаға - "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре", "Айырым төр баҫмалар" редакцияһы мөдире Эльвира Ринат ҡыҙы Хәйретдиноваға "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре" исемдәре бирелде. "Нәфис әҙәбиәт бүлеге" мөхәррире Ирида Ишембай ҡыҙы Садиҡова Матбуғат һәм киң мәғлүмәт агентлығының "Почет грамотаһы" менән бүләкләнде.

Хеҙмәткәрҙәребеҙҙе ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ һәм эштәрендә уңыштар, яңы бейеклектәр, тормоштарында бәхет, һаулыҡ һәм шатлыҡ-ҡыуаныстар теләйбеҙ!!!
19.08.2022

Возврат к списку