«Аҡ күгәрсен» шиғриәт бәйгеһендә ҡатнашығыҙ!!

  БР Яҙыусылар берлеге ҡәләм тибрәтеүселәр араһында шағир Рәсих Ханнановтың иҫтәлегенә арналған “Аҡ күгәрсен” бәйгеһен иғлан итә. Бында башҡорт һәм татар телдәрендә шиғыр яҙған һәр кем ҡатнашып, үҙ көсөн һынай ала.

  Конкурс 2021 йылдың 28 октябрендә, шағирҙың тыуыуына 90 йыл тулған көндә старт алды һәм яҙмалар 2021 йылдың 31 декабренәсә ҡабул ителәсәк. Был әҙәби бәйгелә ҡәләм тибрәткән һәр кемдең ҡатнашыу мөмкинлеге бар. Йәшәү урыны һәм йәше сикле түгел.

  Проект (инициативаһы) Мәҙәни башланғыстарҙы хуплаусы Президент фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.

  Бәйгегә йомғаҡ Бөтә донъя шиғриәт көнөндә - 2022 йылдың 21 мартында яһаласаҡ. Конкурстың партнеры – А. М. Горький исемендәге әҙәбиәт институты иң яҡшы шиғырҙар авторына Мәскәүҙә бушлай оҫталыҡ дәресен үтеү мөмкинлеген бирә. Еңеүсе тип табылған шиғырға көй яҙыласаҡ һәм ул эстрада йырсылары тарафынан башҡарыласаҡ. Иң яҡшы шиғырҙар шәлкемен китап итеп нәшер итеү һәм республика матбуғатында баҫтырыу ҡаралған.

  Эштәрҙе башҡорт һәм татар телдәрендә hannan@rambler.ru электрон почтаһына йәки йәки 450076, Өфө ҡалаһы, Коммунистик урам, 34-се һанлы йорт адресы буйынса “Аҡ күгәрсен” конкурсына тип яҙып ебәрергә кәрәк.

  Конкурстың шарттары менән www.белый-голубь.рф. һылтанмаһы аша үтеп танышырға мөмкин.

Поэтический конкурс Белый голубь
http://www.белый-голубь.рф
25.11.2021

Возврат к списку