Һөйөнсө, яңы китап!

Һөйөнсө, яңы китап!

Һөйөнсө, яңы китап!

Күптән түгел Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап" нәшриәтендә шағирә, журналист, "Башҡортостан ҡыҙы" журналының баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоеваның "Ҡот тамғаһы" исемле яңы китабы донъя күрҙе.

Г. Ҡотоеваның ижадында күберәк уның фәлсәфәүи, лирик кисерештәре сағыла, тарихи поэмалары ла бар. Уның шиғриәте уйсан, етди һәм ихлас, эске тыйнаҡлылығы һәм тотанаҡлығы менән уҡыусыларын үҙенә арбай.

Талантлы шағирә биш китап авторы, "Ҡот тамғаһы" - алтынсыһы. Был китапҡа шағирәнең республика баҫмаларында донъя күргән яҙмалары, "Ғүмер ҡәҙере" хиссиәтнәмәһе, "Ҡот тамғаһы" поэмаһы, һуңғы йылдарҙа ижад иткән әҫәрҙәре ингән.
28.04.2020

Возврат к списку