Әҙибәнең юбилейына ҡарата

13 сентябрҙә 10:00 сәғәттә "Торатау" конгресс-холында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Ғарипованың 75 йәшлек юбилейы айҡанлы ойошторолған "Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипованың милли әҙәбиәтте һәм мәҙәниәтте үҫтереүгә индергән өлөшө" тип аталған Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы уҙа.

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәте ошо матур сарала ҡатнашып, яҙыусының ижадына ғашиҡ замандаштарыбыҙға күренекле башҡорт яҙыусыһының, популяр авторҙың, һоҡланғыс ҡәләм оҫтаһының ижад емештәрен - баһалап бөткөһөҙ китаптарын тәҡдим итәсәк.

Һәр ҡатнашыусының Таңсулпан Хизбулла ҡыҙынан автограф алып ҡалыу мөмкинлеге була.
08.09.2022

Возврат к списку