2023 йылға "Башҡортостан календары" нәшер ителде

"Башҡортостан календары"нда төрлө даталар, Рәсәй, республика байрамдары, һөнәри, дини көндәр, күренекле шәхестәрҙең юбилейҙары яҡтыртылды. Ҡояш менән Айҙың ҡалҡыу һәм байыу ваҡыттары, Айҙың фазалары күрһәтелде. Календарь тарих, сәнғәт, мәғариф, медицина, спорт буйынса ҡыҫҡа мәҡәләләр, көндәлек тормошта бик кәрәкле файҙалы кәңәштәр, башватҡыстар, шиғырҙар, мәҡәл-әйтемдәр, тәмле аш-һыу рецептары, ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән байытылды.

"Башҡортостан календары" "Китап" магазиндарында бөгөндән һатыуҙа. Рәхим итегеҙ!!!
23.08.2022

Возврат к списку