Ҡәҙерле дуҫтар, Әсәйҙәр!

Ҡәҙерле дуҫтар, Әсәйҙәр!

Әсәйҙәр көнө менән бар йөрәктән тәбрик итәбеҙ! Күңел йылыһын биреп, төн йоҡоларын йәлләмәй, бәпләп, һөйөп, ҡәҙерләп, ҡалҡан булып, тәрбиәләп үҫтергән балаларығыҙҙың ҡәҙер-хөрмәтендә, уларҙың уңыштарына ҡыуанып, бәхетле,  һау-сәләмәт, шат һәм кәрәкле кеше булып оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын! Йөрәгегеҙҙә әсә мөхәббәте, йөҙөгөҙҙә ихлас йылмайыу, күңелегеҙҙә тыныслыҡ, өҫтәлегеҙҙә һәр саҡ йылы аш булһын!

Беҙ һеҙҙе ЯРАТАБЫҘ!
27.11.2022
Автограф көнө булды

Автограф көнө булды

Автограф көнө"нә килгән һәр кем: яҙыусы ла, китап уҡыусы ла был байрамдың күңелгә ятышлы әңгәмә, әлеге көндә бер йылылыҡ сығанағы булыр, йәшәү көсөн арттырыр дарыу булыуын белдерҙе. Авторҙар менән күҙмә-күҙ осрашып, уның ижадына, китабына һәм, ғөмүмән, әҙабиәткә ҡағылышлы тыуған һорауға яуап алды әҙәбиәт һөйөүселәр.
25.11.2022
"Шоңҡар" дуҫтарын йыя

"Шоңҡар" дуҫтарын йыя

Өфө Фән һәм технологиялар университетында  "Шоңҡар" ижади берекмәһенең әҙәби-музыкаль кисәһе уҙҙы. Матур һәм илһамландырғыс сарала яҙыусылар, әҙәбиәт белгестәре, телебеҙҙең байлығын, бөтә нескәлектәрен киләсәк быуынға бар тулылығында өйрәтеүсе остаздар, ғалимдар һәм студенттар йыйылды.

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәте күргәҙмә-йәрминкә менән ҡатнашып, әҙәбиәтте үҙ күргән, ҡәләм тибрәткән дуҫтарына өр-яңы китаптарын һәм уҡыусылар йыш һораған баҫмаларын тәҡдим итте.
24.11.2022

Новости 1 - 3 из 1558
Начало | Пред. | 1 2 3 4 5 | След. | Конец Все