«Китап» нәшриәтенең ҡайнар ғына мейесенән, әҙәбиәт уҡыусыларҙы, шиғриәт һөйөүселәрҙе ҡыуандырып, Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Тимер Йосоповтың «Һайланма әҫәрҙәре»нең IV томы донъя күрҙе. Йыйынтыҡҡа авторҙың ғүмер һуңында яҙылған, әммә бер томға ла инмәгән әҫәрҙәре тупланды. Улар халыҡсанлығы, образлы, милли колоритлы, кинәйәле булыуы менән айырылып тора.
     «Тимер Йосопов шиғриәтенә үткәндәр хаҡында тәрән уйланыу. Халыҡ яҙмышының аяҙ һәм дауылы мәлдәрен ҡайта-ҡайта йөрәк аша үткәреү, бөгөнгөһөн ҡайғыртыу, киләсәге өсөн борсолоу характерлы. Был – әҙип ижадын халыҡсан итеүсе төп сифат ул. Халыҡҡа ғәзиз төшөнсәләр менән уғата һаҡ һәм урынлы эш итеү ҙә – ошо йүнәлештә ныҡышмал эҙләнеүҙәр һөҙөмтәһе», – тип яҙа китапты төҙөүсе шағир, әҙәби тәнҡитсе һәм ғалим-педагог, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты Фәнил Күзбәков «Ижад йәшендәрен йәшнәтеп» исемле мәҡәләһендә.
Новинка
да