Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә Рәзилә Низамованың “Заман һулышы” тип аталған татар телендә электрон баҫмаһы донъя күрҙе.
Танылған журналист, шағирә, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Рәзилә Низамова (Низами) был йыйынтыҡта тупланған яҙмалар аша уҡыусыларҙы заман, шәхес һәм кешелек именлегенә бәйле мәсьәләләр тураһында уйланырға саҡыра.
Баҫмаға авторҙың публицистик әңгәмәләре, интервьюлары, һүрәтләмәләре, очерктары, эсселары индерелде.
Рәзилә Низамова күренекле дәүләт эшмәкәрҙәре, ғалимдар, табиптар, яҙыусылар, шағирҙар, композиторҙар, сәхнә йондоҙҙары, бер һүҙ менән әйткәндә, замандаштарыбыҙ менән интервьюларҙың һәммәһе өсөн мөһим булған социаль әһәмиәткә эйә мәғлүмәтте еткерә.
Китап абруйлы әңгәмәселәрҙең береһе – Рәсәй Федерация Советының Мәғариф, фән һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова менән асыла. Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Айҙар Ғәлимов менән әңгәмә уҡыусыны етди һөйләшеүгә саҡыра. Ғалим-онколог Шамил Ганцев, профессор Лена Саяхова, актриса Таңсулпан Бабичева, шағирә Дилә Булгакова, радио-журналист Азат Фәзлиәхмәтов һәм башҡа замандаштарыбыҙҙың уй-фекерҙәре, борсолоуҙары иғтибарҙы айырыуса йәлеп итә. Бындай ихлас аралашыуҙар зиһендәрҙе байыта, тормош һәм күңел офоҡтарын киңәйтә.
Йыйынтыҡта шулай уҡ заман геройҙары тураһында һүрәтләмәләр һәм очерктар урын алған. Публицистик мәҡәләләр һәм эсселар тормош проблемалары тураһында һөйләй.
***
Хөрмәтле китап уҡыусым!!! Рәзилә Низамованың “Заман һулышы” исемле яңы баҫмаһы һинең китап кәштәңдә урын алыр, һиңә бик күп осраҡта ярҙамға килер, һине уйландырыр тигән өмөттә ҡалабыҙ.
Новинка
да

Яндекс.Метрика