картинка Я иду в школу. Шафикова Г. Р
Тип издания

Уҡыу-уҡытыу системаһына күҙ һалһаҡ, бөгөн балаларға белем биреү, уларҙың аң кимәлен үҫтереү һәм ҡыҙыҡһындырыу маҡсатында  бик күп эштәр башҡарыла: китап-дәфтәрҙәр, плакаттар, уҡыу-уҡытыу  методикаһы буйынса баҫмалар даими сығып тора.

  Иғтибарығыҙға яңы ғына Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап»  нәшриәтендә донъя  күргән Гөлназ Шафиҡованың «Мин мәктәпкә барам: балаларҙы мәктәпкә әҙерләү өсөн эш дәфтәре»н тәҡдим итәбеҙ.

  «Мин мәктәпкә барам»  эш дәфтәрендә баланы мәктәпкә әҙерләү ваҡытында  балалар баҡсаһының  һәм  ғаиләләрҙең  хеҙмәттәшлеге күрһәтелә. Тәрбиәселәр С.Ф. Хәмзина, З. С. Ишдәүләтова, С. П . Хионина, Л. Н Новикова, Л. А. Марущак, Т. Н.  Ғәббәсова ҡатнашлығында яҙылған  был эш дәфтәрендә күрһәтелгән материал  БДПУ-ның мәктәпкә тиклемге  педагогика һәм психология кафедраһының  Баймаҡ ҡалаһы  «Йондоҙло»  муниципаль үҙ аллы мәктәпкә тиклемге белем биреү учреждениеһы  базаһындағы тәжрибә майҙансығының «Баланың социаль һәм шәхси  үҫешендә  балалар баҡсаһы  һәм мәктәп эшенең күсәгилешлеге»  мәсьәләһе буйынса  эш һөҙөмтәһе булып тора.

  Эш дәфтәрендә балаларға һәм ата-әсәләргә  баланы мәктәпкә  социаль-психологик яҡтан әҙерләй торған эштәр бирелде. Педагогтарҙың һәм ата-әсәләрҙең  берлектәге эше баланы йәмғиәттең яңы тормошона  өйрәнергә ярҙам итә.


  Методик әсбап балалар баҡсаһы тәрбиәселәренә, ата-әсәләргә, психологтарға һәм педагогия уҡыу йорттары студенттарына тәҡдим ителә.

Новинка
да
Автор
Шафикова Гульназ Радмиловна