Динә Талхина “Япраҡ йәшергән сер”
Балалар өсөн бик күп шиғырҙар, әкиәттәр авторы Динә Талхинаның “Япраҡ йәшергән сер” китабы кескәйҙәрҙе мөғжизәле әкиәт иленә сәйәхәт итергә саҡыра. Яҙыусының был китабына кесе һәм урта йәштәге мәктәп балалары өсөн “Тылсымлы күлдәктәр”, “Йәйғор тураһында әкиәт”, “Миҙгелдәр”, “Ҡарлуғастар” кеүек һ.б. әкиәттәр,  хикәйәләр индерелде. Китапҡа индерелгән ниндәй генә әҫәрен алып уҡып ҡарама, һәр береһендә тиерлек кеше менән тәбиғәт араһындағы бәйләнеш тасуирлана, миҙгелдәрҙең алмашыныуы, хайуандарҙың, ҡош-ҡорттарҙың, ағастарҙың, сәскәләрҙең, япраҡтарҙың телгә килеүе, ғөмүмән, кешелек донъяһы  менән тәбиғәт донъяһының үҙ-ара мөнәсәбәте һүрәтләнә.
Яҙыусы яҙған әҫәрҙәрҙәрҙең тел-стиле лә мөғжизәле, үҙенсәлекле, һутлы. Һәр әкиәтен уҡыған һайын үҙеңде матурлыҡ илендә йөрөгәндәй тояһың, әкиәт геройҙарының исемдәрен дә бик оҫта һайлаған Динә Талхина. ”Миҙгелдәр” әкиәтендәге Алтынсәс, Аҡһылыу, Йәшелбикә, Көнһылыу кеүек героинялар менән танышһаң, башҡа әҫәрҙәрендә Гөлмөғжизә, Елкенсәк, Зәңгәркүҙ, Аҡмәрйен, Һоробикәләр менән мажаралы әкиәт донъяһына сумаһың.

Новинка
да
Автор
Дина Талхина

Яндекс.Метрика