"Оҙон-оҙаҡ бала саҡ" - "Долгое-долгое детство"

"Оҙон-оҙаҡ бала саҡ" - "Долгое-долгое детство"

Мостай Кәримдең "Оҙон-оҙаҡ бала саҡ" повесы башҡорт һәм рус телдәрендә нәшер ителде.

Увидела свет повесть Мустая Карима "Долгое-долгое детство" на русском и башкирском языках.
26.07.2022
Башҡортса дини календарь донъя күрҙе

Башҡортса дини календарь донъя күрҙе

"Ысынлап та, донъя - ул һынауҙар урыны, ауырлыҡтар тулып ятҡан ер.
"Кешеләрҙе Беҙ һынайбыҙ, - ти Аллаһ, - хәүеф-хәтәрҙәр һәм аслыҡ менән дә, малдарына зыян килтереү, яҡындарын юғалтыу, баҡса емештәрен кәметеү менән дә һынайбыҙ. Сабыр итә белгән, ауырлыҡтар килгәндә түҙемлек күрһәтеп: "Беҙ - ысынлап та, Аллаһ бәндәләребеҙ, ҡайтыр урыныбыҙ ҙа Уның хозурында", - тигәндәргә һөйөнөс бир. Улар - Аллаһ ризалығына, Уның фатихаһына һәм рәхмәтенә лайыҡ булған кешеләр. Улар - хаҡ юлда".

"Әл-Баҡара" ("Һыйыр") сүрәһе, 155-157-се аяттар.

2023 йылға "Башҡортса дини календарь" бөгөнгө көндән һатыуҙа.
25.07.2022
Каникулда уҡырға

Каникулда уҡырға

Каникулдар үтер ҙә китер. Ял итергә лә, һыу инергә лә, дуҫтарға ҡунаҡҡа барырға ла, емеш-еләк йыйырға ла өлгөргәнһегеҙҙер, йәш дуҫтарыбыҙ. Ә китап? Китап уҡырға ваҡыт таптығыҙмы?

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәте һеҙгә шатлыҡлы хәбәр еткерә. "Мәктәп китапханаһы" серияһында исеме киң билдәле, әҫәрҙәре бик күп телдәргә тәржемә ителгән, бер нисә быуын балалары яратып уҡып үҫкән Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Мостай Кәримдең "Беҙҙең өйҙөң йәме" исемле повесы баҫылып сыҡты. Ул башҡорт һәм рус телендә бер китап булып нәшер ителгде.

"Беҙҙең өйҙөң йәме" - ябай ауыл малайы Йәмилдең Оксананы ҡан туғанылай яҡын күреп, ҡабул итеүе, уларҙың тормошо аша Бөйөк Ватан һуғышы осоронда илебеҙҙәге халыҡтың йәшәйешен, килеп тыуған афәт алдында кешеләрҙең берҙәмлеген, кешелеклеген, дуҫлығын һ.б. күрһәтә.

"Беҙҙең өйҙөң йәме" повесы һеҙгә оҡшаясаҡ, балалар!
25.07.2022

Новости 13 - 15 из 1479
Начало | Пред. | 3 4 5 6 7 | След. | Конец Все