Йырлы шиғриәт

Йырлы шиғриәт

Минең йырҙар тыуған илгә булған
Хистәремдән килгән йырҙар ул.
Сит ерҙәрҙә йөрөһәм - һағыныу хисе,
Ҡайтҡан саҡта - шатлыҡ йырҙарым...

Рауил Насибуллиндың "Былбыл ҡунды күңелем ҡылдарына" ("Былбыл кунды күңелем кылларына") исемле йыйынтығына тыуған яғына, ғәзиз әсәһенә, бала сағына, йәшлегенә, замандаштарына, мөхәббәткә бағышланған шиғырҙары урын алған. Уның ижады ҡыҙыҡлы образдар, үҙенә генә хас сағыштырыуҙар, тәрән фәлсәфәле булыуы менән уҡыусыны тартып тора, шиғырҙары еңел уҡыла.
04.05.2022
Ураҙа байрамы менән!

Ураҙа байрамы менән!

Ураҙа байрамы менән бар йөрәктән ҡотлайбыҙ!
Киләсәктә Еребеҙҙә изгелек, миһырбанлыҡ, яҡшылыҡ, иман нуры артһын, тыныслыҡ булһын, кешеләрҙең изге ғәмәлдәре кире күренештәргә урын ҡалдырмаһын, күңел тыныслығында, дуҫ, берҙәм булырға, һәр яңы тыуған көнгә һөйөнөп йәшәргә насип итһен Хоҙай Тәғәлә.
Дәртләнеп ғүмер итергә һәм эшләргә ныҡлы һаулыҡ, киләсәккә яҡты өмөт, ышаныс булһын, тип теләйбеҙ.

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәте һәр саҡ Һеҙҙең менән.
02.05.2022
1 май байрамы менән!

1 май байрамы менән!

Ҡәҙерле дуҫтарыбыҙ!!

1 май - Яҙ һәм хеҙмәт байрамы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Яҙҙың иркә, йомарт ҡояшы күңелдәрегеҙҙе балҡытһын, йылы, шифалы ямғыры барлыҡ борсолоу-хафаларҙы йыуып алып китһен, наҙлы, йомшаҡ елдәре бары тик яҡшы хәбәрҙәр генә алып килһен, тормоштан йәм, эшләгән эшегеҙҙән ҡыуаныс табып йәшәргә яҙһын! Ҡорос ныҡлығы һәм бәхетле ғүмер теләйбеҙ!

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәте Һеҙҙең өсөн эшләй.
01.05.2022

Новости 19 - 21 из 1438
Начало | Пред. | 5 6 7 8 9 | След. | Конец Все