Ураҙа байрамы менән!

Ураҙа байрамы менән!

Ураҙа байрамы менән бар йөрәктән ҡотлайбыҙ!
Киләсәктә Еребеҙҙә изгелек, миһырбанлыҡ, яҡшылыҡ, иман нуры артһын, тыныслыҡ булһын, кешеләрҙең изге ғәмәлдәре кире күренештәргә урын ҡалдырмаһын, күңел тыныслығында, дуҫ, берҙәм булырға, һәр яңы тыуған көнгә һөйөнөп йәшәргә насип итһен Хоҙай Тәғәлә.
Дәртләнеп ғүмер итергә һәм эшләргә ныҡлы һаулыҡ, киләсәккә яҡты өмөт, ышаныс булһын, тип теләйбеҙ.

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәте һәр саҡ Һеҙҙең менән.
02.05.2022
1 май байрамы менән!

1 май байрамы менән!

Ҡәҙерле дуҫтарыбыҙ!!

1 май - Яҙ һәм хеҙмәт байрамы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Яҙҙың иркә, йомарт ҡояшы күңелдәрегеҙҙе балҡытһын, йылы, шифалы ямғыры барлыҡ борсолоу-хафаларҙы йыуып алып китһен, наҙлы, йомшаҡ елдәре бары тик яҡшы хәбәрҙәр генә алып килһен, тормоштан йәм, эшләгән эшегеҙҙән ҡыуаныс табып йәшәргә яҙһын! Ҡорос ныҡлығы һәм бәхетле ғүмер теләйбеҙ!

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәте Һеҙҙең өсөн эшләй.
01.05.2022
Ялдарҙа китап уҡыйыҡ

Ялдарҙа китап уҡыйыҡ

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәте һеҙгә ялдарҙа, эштән бушаған арала, китап уҡырға тәҡдим итә.
Октябрь проспекты, 2-се һанлы йортта урынлашҡан "Китап" магазинында һәр кем үҙенә кәрәкле әҙәбиәт табыр.
Рәхим итегеҙ!
30.04.2022

Новости 16 - 18 из 1434
Начало | Пред. | 4 5 6 7 8 | След. | Конец Все