"Сәләм"дә

"Сәләм"дә

Нәшриәтебеҙҙең баш мөхәррире Зөлфиә Шәрифйән ҡыҙы Ҡарабаева бөгөн "Сәләм" тапшырыуында телевизор ҡараусыларҙы нәшриәттәге яңылыҡтар менән таныштырҙы.
26.05.2022
Филологтар көнө менән!  С днём филолога!

Филологтар көнө менән! С днём филолога!

Туған тел - быуындарҙы быуындарға бәйләп тотор ҡөҙрәт.

Мәрйәм Бураҡаева.

Знание языка открывает путь к сердцу.

Пословица.
25.05.2022
Ысын күңелдән

Ысын күңелдән

Бөгөн, тәбиғәтебеҙ ап-аҡ сәскәләргә төрөнгән мәлдә, Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәтенең баш мөхәррире Зөлфиә Шәрифйән ҡыҙы Ҡарабаеваның матур юбилейы.
Зөлфиә Шәрифйән ҡыҙының нәшриәттә сирек быуаттан ашыу эшләү осоронда күрһәткән хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ, оло хөрмәткә лайыҡ. Ул авторҙарға, үҙенең хеҙмәттәштәренә ҡарата һәр саҡ иғтибарлы, ярҙамсыл һәм мөрәжәғәт итеүселәргә төплө кәңәш биреүсән.

Зөлфиә Шәрифйән ҡыҙы!
Ошондай йәмле һәм иҫтәлекле көнөгөҙҙә Һеҙҙе күркәм байрамығыҙ менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Һаулыҡтың ныҡлыһын, бәхеттең мулын, ғүмерҙең изгелеккә сорналған оҙонон, шатлыҡ-ҡыуаныстарҙың мөлдөрәмә тулыһын теләйбеҙ! Эшегеҙҙә уңыштар, яңы үрҙәр, яҡшы кәйеф юлдаш булһын!
24.05.2022

Новости 1 - 3 из 1438
Начало | Пред. | 1 2 3 4 5 | След. | Конец Все